Указға ҡул ҡуйылды12.09.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2020 йылда Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың “VI Бөтә Рәсәй фольклориадаһын үткәреү тураһында”ғы Указын үтәү йөҙөнән, шулай уҡ ошо ваҡиғаға әҙерлекте һөҙөмтәле ойоштороу маҡсатында ҡул ҡуйылды. Указ менән Фольклориадаға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланды. Республика Хөкүмәтенә 2017 йылдың 1 ноябренә тиклем тейешле саралар планын, ойоштороу комитетындағы эш төркөмдәрен төҙөргә һәм раҫларға ҡушылды. Муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының хакимиәт башлыҡтарына ошондай уҡ саралар планын төҙөргә һәм раҫларға тәҡдим ителде.


Вернуться назад