Белорет төҙөкләнә12.09.2017
Белорет төҙөкләнә“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Белоретта күп фатирлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү әүҙем бара.

Быйылға билдәләнгән программаға 22 ихата эләккән, шуларҙың 18-ендә ремонт эштәре тамамланған. Биләмәләрҙе яңыртыуға 32 миллион һум самаһы, шул иҫәптән ихаталарға – 21 миллион, йәмәғәт урындарына 11 миллион һум аҡса бүленгән.
– Әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа Белоретта бындай күләмдә ихаталар төҙөкләндерелгәне булманы, – тине ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков. – Бөтә эштәр халыҡтың туранан-тура ҡатнашлығында башҡарылды. Йәшелләндереү, юлдарҙы киңәйтеү мәсьәләләре хәл ителде.
Ихаталарҙы төҙөкләндереүгә ғаризалар йәмәғәт комиссияһы тарафынан бойомға ашырылды. Активистар йыйылыш үткәреп, буласаҡ ихатаның проектын раҫланы, тейешле документтарҙы йыйҙы.


Вернуться назад