Яҡутстанға “Өфөнән һөйөү менән”12.09.2017
Яҡутстанға “Өфөнән һөйөү менән”Режиссер Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы V Яҡут халыҡ-ара кинофестивален асты.
Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, был фильм фестивалде асыу өсөн осраҡлы һайланманы, Рәсәй төбәк киноһы күптән тамашасыларҙың да, киноиндустрия белгес­тәренең дә һөйөүен яулап өлгөрҙө.
– Яҡуттар беҙҙең фильмды йылы ҡабул итте. Менталитеттың оҡшашлығы тойола. Сеанс барышында зал бер нисә тапҡыр алҡышлап алды, – тине Айнур Асҡаров. – Тиҙҙән Яҡутстанда “Өфөнән һөйөү менән” прокатҡа сыға. Ул уңышлы булыр, тип ышанам.
V Яҡут халыҡ-ара кинофестивале Яҡутстанда 6 – 10 сентябрҙә үтте. Уны Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Кинематографистар союзы ярҙамы менән Саха (Яҡут) Республикаһы Хөкүмәте ойошторҙо.


Вернуться назад