Туғандар йыйылған ерҙә12.09.2017
Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендә “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыусыларҙың Театр йыйыны үтте.
Милли көрәш ваҡиғаның төп спорт ярышына әүерелде. Өс ауырлыҡ категорияһында өс еңеүсе билдәләнде, шулай уҡ абсолют чемпион асыҡланды. Бер нисә раунд йомғаҡтары буйынса А. Топанов исемендәге Хакас милли драма театры актеры Андрей Тюкпиеков төп бүләк – һарыҡты яуланы. Ул был бүләкте шунда уҡ Ҡырмыҫҡалы районы балалар йортона тапшырҙы.
Театр йыйынында фестивалгә килгән туғыҙ театрҙың һәр береһенән бишәр вәкил ҡатнашты. Байрам үткәрелгән биләмәгә ингән ерҙә ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге ҡыҙҙар ҡаршыланы. Тирмәләр эргәһендә уларҙы ҡымыҙ, буҙа, милли аш-һыу менән һыйланылар. туғыҙ һыбайлы майҙанға фестивалдә ҡатнашҡан илдәрҙең һәм төбәктәрҙең флагтарын алып инде. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Ҡырмыҫҡалы районы башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тәбрикләне. Конкурстар һәм милли уйындар ҡатнаш актер командалары араһында ойошторолдо. Улар уҡ атыу, башҡорт бейеүе буйынса көс һынашты.
– Байрамды юғары кимәлдә ойошторорға ярҙам иткән Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенә ҙур рәхмәт. Театр йыйыны уңышлы үтте. Актерҙар дуҫлашты, туғанлашты, – тине Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла Үтәшев.


Вернуться назад