Әлеге ваҡытта Ѳфѳ районында ла һайлау кампанияһының ҡыҙған мәле. Унда Йоматау ауыл Советына һайланыласаҡ 10 депутат ѳсѳн тауыш биреү бара. Шулай уҡ Булгаков, Чернолисье, Жуков ауыл биләмәләрендә лә ауыл Советтары депутаттарына ѳҫтәмә һайлау үтә, уларҙа бѳтәһе ѳс депутат һайланыласаҡ..Район территориаль һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, был юлы һайлауҙа бѳтәһе 3927 граждан ҡатнашыу хоҡуғына эйә һәм сәғәт 12-гә уларҙың 13 проценты тауыш биргән.