Бушлай өйрәнергә була08.09.2017
Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ҡаланың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды менән берлектә “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре” тигән бушлай курс ойоштора.
Ойоштороусылар теләге булғандарҙы, шулай уҡ хаҡлы ялдағыларҙы һәм дөйөм тәғәйенләнештәге белем биреү учреждениеларында уҡый алған сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе курстарға яҙылырға саҡыра.
Дәрестәр 11– 22 сентябрҙә үткәрелә. Йәшәү өсөн урын бирелмәй. Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1, 17-се бүлмәлә, шулай уҡ (347) 251-14-83 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.


Вернуться назад