“Бал ҡорто туйы”на килегеҙ!08.09.2017
Иртәгә, 9 сентябрҙә, Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылында умартасылар байрамы – “Бал ҡорто туйы” була. Ошо хаҡта Бәләбәй районы хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителә.

Байрам ҡунаҡтарына бал һәм умартасылыҡта етеш­терелгән башҡа ризыҡ төрҙә­рен тәмләп ҡарау, умарта­сы­лыҡ ҡоралдарын, сувенир әй­берҙәр һатып алыу, Рәсәйҙәге алдынғы ҡортсолар менән кә­ңәш­лә­шеү мөмкинлеге бирелә.
Был көндә “Бәләбәй – Мә­тәүбаш” махсус автобус маршруты ойошторола. Бә­ләбәйҙәге Пионерҙар май­ҙа­нынан иртәнге сәғәт 10-да, кире йүнәлештә иһә көн­дөҙ­гө сәғәт 2-лә ҡуҙғала. Бай­рам сәғәт 11-ҙә башлана.
Әйткәндәй, 2013 йылда Башҡортостан умартасылары “Бал ҡорто туйы” байрамын ойошторҙо. Киләһе йылынан байрамды ойош­то­роуға Бәләбәй районы­ның Мәтәүбаш ауылы биләмәһе лә ҡушылды.
Йыл һайын үткәрелгән сара – Рәсәйҙә умартасы­лыҡҡа һәм умартасылыҡ продукцияһына арналған иң йәш умартасылар байрамы. Унда бик күп ҡы­ҙыҡ­лы саралар, бал йәрминкә­һе, концерт, тәмле бал конкурсы үткәреү ҡаралған. Бал фестивале миҙгел ябылғандан һуң уҙғарыла.


Вернуться назад