Ҡурҡмай эсергә була08.09.2017
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы эсәр һыуҙы тикшереү һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр итте.
Экологик мониторинг социаль селтәрҙәрҙә Өфөлә көслө ямғырҙан һуң һыу объекттарының һәм эсәр һыуҙың бысраныуы тураһындағы мәғлүмәт таралыуға бәйле үткәрелгәйне. 6 сентябрҙә Дәүләт аналитик контроль идаралығы Чернушка шишмәһендәге һәм Шугуровка йылғаһындағы һыуҙы тикшереүгә алды. Унда әүәлге “Химпром” предприятиелары өсөн хас бысраҡ матдәләр асыҡланмаған.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, баш ҡалалағы эсәр һыу сығанаҡтарына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.