Сәсәбеҙ ҙә, урабыҙ ҙа08.09.2017
Майҙандарҙы 100 мең гектарға арттырыуға ҡарамаҫтан, республикала ужым сәсеү былтырғы менән сағыштырғанда әүҙемерәк бара.

Әле планлаштырылған 700 мең гектар майҙандың 300 мең гектарына тиерлек (42%) орлоҡ һалынған. Сәсеүлектең ҙур өлөшөн ужым арышы, ужым бойҙайы, тритикале биләй. Ейәнсура, Шишмә, Шаран һәм Учалы райондары хужалыҡтары планды яртылаш үтәгән.
Сәсеү менән бер рәттән ураҡ та ҡыҙыу бара. Әле иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1161 мең гектар майҙанда (65%) сабылған, 1115 мең гектар ерҙә (62%) һуғылған. Бишбүләк, Хәйбулла һәм Белорет районы игенселәренә майҙандарҙың 20 проценттан аҙырағында уңышты йыйып алырға ҡалған. Әле республика буйынса 2516 мең тонна иген йыйылған.


Вернуться назад