Уҙған байрам һәм ял көндәрендә республикала ураҡ ҡыҙыу барҙы. Өс көн эсендә 180 мең гектар ерҙә ашлыҡ сабылды, 186 мең гектарҙа һуғылды. Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, әле 1099 мең гектарҙа (61%) иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 1051 мең гектарҙа (59%) һуғып алынған. Иң юғары күрһәткестәр — белореттарҙа (80%) Көйөргәҙе, Бишбүләк, Стәрлебаш, Бәләбәй, Хәйбулла һәм Йылайыр райондары эшсәндәренә майҙандарҙың 30 процентын ғына йыйып алырға ҡалған.
Гектарынан уртаса уңыш 22,7 центнер тәшкил итә. Саҡмағош игенселәре иһә һәр гектарҙан уртаса 38,4 центнер уңыш алыуға өлгәшә. Әле республика буйынса 2387 мең тонна иген һуғып алынған. Был йәһәттән стәрлетамаҡтар алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙа был күрһәткес — 129 мең тонна.