“Генераль өмә” экологик проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттарына ете ай эсендә халыҡтан 12,4 мең мөрәжәғәт килгән. Мөрәжәғәттәрҙең сирек өлөшөнән ашыуында күрһәтелгән проблемалар, йәғни 3,6 мең мәсьәлә ыңғай хәл ителгән. Интерактив ресурста билдәләнгән сүплектәрҙе ябыуға күҙәтеү органдары һәм урындағы власть ҡына түгел, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары ла тос өлөш индерә.
“Генераль өмә” проектының көйләүсеһе Дмитрий Миронов әйтеүенсә, сара барышында 100 мең самаһы кеше биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартыуға йәлеп ителгән. Ил буйынса меңгә яҡын өмә ойошторолған.