Мөнәжәт әйтергә оҫтаһыңмы?06.09.2017
Башҡортостанда V Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы уҙғарыла. Сара 20 сентябрҙә Сибай ҡалаһындағы Балалар ижады үҙәгендә үтәсәк.
Конкурстың маҡсаты — башҡорт халҡының милли мәҙәниәтендәге һирәк башҡарылған жанрҙарҙы һаҡлап ҡалыу, иң яҡшы мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәрҙе асыҡлау, йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын ошо жанрҙарҙы тергеҙеүгә йәлеп итеү, йәштәрҙә эстетик зауыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү. Бәйге өс номинацияны күҙ уңында тота. Улар – мөнәжәт, нәсихәт әйтеү, Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу. Һәр ҡатнашыусы төрлө йүнәлештәге ике-өс әҫәрҙе башҡарырға тейеш. Ғаризалар 15 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Сибай ҡалаһы, Таусылар проспекты, 14, Сибай сәнғәт колледжы. Телефондар: 8 (34775) 2-46-32; 8-937-312-17-21, электрон адрес: [email protected]


Вернуться назад