Ҡыҙарып беште Бөрө алмаһы05.09.2017
Бөрө халҡы Ҡала көнөн билдәләне. Йыл һайын уҙғарылған “Бөрө алмаһы” фестивале ваҡиғаға сағыулыҡ өҫтәне.
Сауҙа ойошмалары, дөйөм туҡланыу предприятиелары, ижади коллективтар сараға әүҙем ҡушылды. Аш-һыу бәйгеләре ойошторолдо. Бөрө оҫталары, “Ебәк юлы” туҡыу үҙәге үҙ майҙансыҡтарын асты.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов һәм Бөрө районы хакимиәте башлығы Александр Груздев урындағы халыҡты байрам менән ҡотланы. Төп ваҡиғаларҙың береһе “Тәмле ҡала” йәрминкәһе булды. Унда алмағастар, башҡа үҫентеләр, шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, урындағы баҡсасылыҡ предприятиеларының продукцияһы күргәҙмә-сауҙаһы ойошторолдо.
Спорт ярыштары, шул иҫәптән баскетбол буйынса VI асыҡ Бөрө кубогына турнир байрамға йәм өҫтәне. Унда Бөрө, Благовещен, Языков һәм Борай командалары ҡатнашты. Был көндө Бөрө менән Благовещен спортсылары араһында мотокросс буйынса уҙыш та ойошторолдо.