Сабыйҙар тыуһын ғына...05.09.2017
Ошо көндәрҙә Ғафури районының Красноусол ауылында 120 урынлыҡ “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы асылды. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ауыл һәм район халҡын иҫтәлекле сара менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.
— Яңы “Йәштәр” биҫтәһендә төҙөлгән балалар баҡсаһы ата-әсәләр өсөн уңайлыҡтарҙы арттыра төштө. Бында сабыйығыҙға даими хәстәрлек күрһәтеләсәк. Яңы, заманса балалар баҡсаһы асылыуы барыбыҙ өсөн дә оло байрам ул, — тине Салауат Сәғитов. — Ғафури халҡына сабыйҙар һанының артыуын теләйем. Кәрәк булһа, тағы ла бер нисә баҡса төҙөрбөҙ. Балаларҙы, ата-әсәләрҙе, тәрбиәселәрҙе һәм ошондай күркәм объект һалыуға көс түккәндәрҙең барыһын да тағы бер тапҡыр ихлас ҡотлайым.
Мәктәпкәсә учреждение ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сафҡа индерелеп, районда балалар баҡсаһына сират мәсьәләһен тулыһынса хәл итте. Ул “Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект” программаһына ярашлы төҙөлдө. Башҡарылған эштәр хаҡы — 84 миллион һум. Бинаның дөйөм майҙаны — өс мең квадрат метр.