Ҡытайға барып булһа ла уҡы05.09.2017
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Филологик белем һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты студенты Кристина Әхмәтшина, Хунань педагогия университетында стажировка үтеп, Ҡытай Хөкүмәтенең стипендияһына лайыҡ булды.
Кристина, телде уңышлы үҙләштереп, дөйөм тел ғилеме кафедраһының “Халыҡ-ара эшлекле хеҙмәттәшлектә һөнәри коммуникация” тигән ике дипломлы халыҡ-ара магистр программаһы нигеҙендә уҡыуын артабан дауам итергә ниәтләй. Дәрестәр дистанцион технологиялар ярҙамында үткәрелә.