1932 йыл. Ишембай. 702-се скважина05.09.2017
Ана шул көндәрҙән башлана республикабыҙ ҡеүәте үҫешенә йүнәлеш биргән Башҡортостан нефтенең тарихы. “Ҡара алтын” сығарыу артабан төбәктең геология һәм геофизика, нефть эшкәртеү, энергетика кеүек сәнәғәттең һәр төрлө тармағын киң йәйелдереүгә этәргес бирә. Ишембай, Октябрьский, Нефтекама, Дүртөйлө, Яңауыл кеүек яңы ҡалалар һәм тиҫтәләгән ҡасабалар барлыҡҡа килә.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан нефть сәнәғәте ойошто­ролоуға 85 йыл тулыуға арналған тантана үтте. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, сараны асып, залдағыларҙы оло байрам менән ҡотланы, сығышында “ҡара алтын”дың республиканың ғына түгел, илдең һәр йәһәттән үҫешенә юл асыуын билдәләне, үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән эшсәндәргә рәхмәт әйтте.
– Беҙҙе “Башнефть” компанияһы менән оҙаҡ йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек бәйләй, – тине үҙенең сығышында Ирек Ишмөхә­мәт улы. – Былтыр Өфө ҡалаһы етештерелгән продукция күләме буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды яуланы. Бында “Башнефть”тең өлөшө ҙур.
Әйткәндәй, тап нефть табылғандан һуң юғары технологиялы предприятиелар, ғилми мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары барлыҡҡа килә, Өфө танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Башҡортостан промыслаларында бер нисә быуын нефтселәр сыныҡты, тәжрибә тупланы. Уларҙың күптәре яҡшы белгестәр, етәкселәр булып өлгөрҙө, илдең башҡа төбәктәрендә, сит дәүләт­тәрҙәге дуҫтары­быҙ­ға нефть ятҡылыҡ­тарын үҙләштереүҙә ҙур ярҙам күрһәтте.
Ирек Ишмөхәмәт улы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары наградалар тапшырҙы.


Вернуться назад