“Халыҡ артисы”н эҙләйҙәр05.09.2017
Быйыл 19 сентябрҙә Өфөлә үткәреләсәк Театр төнө һәр кемгә һәләтеңде һынап ҡарау мөмкинлеген бирәсәк. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “йондоҙ” булырға, профессиональ артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһарға хыялланған кешеләр өсөн кастинг иғлан итте.
Башҡортостандың төп театры сәхнәһен­дә танылған актерҙар менән мауыҡтырғыс тамаша үтәсәк. Һайлап алынғандар ошо сарала ҡатнашып, “халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә эйә була ала. Еңеү­селәрҙе тамашасылар билдәләйәсәк.
Кастингта ҡатнашыу өсөн төрлө жанрҙа сығышың яҙылған видеороликты [email protected] электрон адресына (темала “ТАЛАНТ” һүҙен яҙыу) йәки сара төркөмө администраторҙарына, 8-917-491-10-77 номерына WhatsApp-ҡа ебәреү шарт. Эштәр 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә.


Вернуться назад