Тотороҡло үҫеш юлында01.09.2017
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған “Газпром трансгаз Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тантаналы йыйылышы булды. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен арттырҙы.
– “Газпром” корпорациялары республикабыҙҙың иҡтисадын нығытыуҙа, энергетиканы, торлаҡ-коммуналь комплексын, инвестицияны һәм бүтән тармаҡты үҫтереүҙә ифрат ҙур роль уйнай, – тине Рөстәм Зәки улы. – Бары тик һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙ айҡанлы Башҡортостанда предприятиелар һәм учреждениелар табышлы эшләй. Мөһим инфраструктура һәм социаль проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Кешеләр йорттарында йылы һәм уңайлы шарттар булғанына шатлана.
Республика етәксеһе Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәте Союзы президенты Геннадий Шмалдең Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында, илебеҙ территориялары араһында Башҡортостан нефть һәм газ химияһы тармағы өсөн үҙенең технологияларын, ҡоролмаларын, кадрҙарын булдырыуҙа ярайһы алға киткән, тип әйткән һүҙҙәрен миҫал итеп килтерҙе.
Ысынлап та, бындай юғары баһа республикабыҙ предприятиеларының нефть һәм газ компаниялары, беренсе сиратта “Газпром” корпорациялары менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләй.
“Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте – күп йүнәлештәр буйынса лидер. Республикабыҙ ауылдарын газға тоташтырыу 81,5 процентты тәшкил итә, ә ҡалаларҙа был күрһәткес – 90 проценттан ашыу.
Рөстәм Хәмитов Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе йылында “Газпром” төркөмө предприятиеларының аҡыллы экологик сәйәсәт алып барыуын айырыуса билдәләне.
Рәсми өлөштән һуң бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.


Вернуться назад