Әҙерлек тамамланып килә01.09.2017
Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек тамамлана. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы муниципалитеттарҙа участка һайлау комиссияларының тауыш биреү йомғаҡтары тураһындағы протоколдары мәғлүмәттәрен машина уҡый алған кодты файҙаланып “Һайлау” автоматлаштырылған дәүләт системаһына йылдам индереү технологияһын ҡулланыу буйынса уҡытыу сараларын йомғаҡлай. Ошо көндәрҙә Балтас, Борай һәм Тәтешле райондарында һайлауҙы ойоштороусылар белемен камиллаштырҙы.
Семинарҙың тәүге өлөшөндә Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов һайлау ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тураһында, Мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Риф Арыҫланов QR-код технологияһының нисек эшләүе хаҡында һөйләне. Комиссия ағзалары яңы технологияны практикала файҙаланып ҡараны.



Вернуться назад