Сығымдың яртыһы ҡаплана01.09.2017
Ауыл хужалығы кооперативтары етештергән аҙыҡ-түлекте баҙарға сығарыуға киткән сығымдың 50 процентын ҡаплауҙары ихтимал. “Известия” гәзите, Рәсәй Хөкүмәте ҡарары проектына һылтанып, ошо турала хәбәр итте.
Дәүләт продукцияһын баҙарға сығарыу буйынса аграрийҙарҙың сығымын өлөшләтә ҡаплау өсөн федераль ҡаҙнанан төбәктәргә аҡса бүлеүҙе күҙаллай. Шул уҡ ваҡытта бындай ярҙам сараһы ауыл хужалығы кооперативтарына, йәғни шәхси ярҙамсы хужалыҡтар берекмәһенә, фермерҙарға күрһәтеләсәк. Колхоздарға һәм балыҡсылыҡ артелдәренә ул ҡағылмай. Сараның маҡсаты — бәләкәй агробизнесты үҫтереүгә булышлыҡ итеү.