Илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге урам барлыҡҡа киләсәк. Ошо көндәрҙә Мәскәү Хөкүмәте был турала ҡарар ҡабул итте. Яңы урам баш ҡаланың Көньяҡ административ округындағы Зябликово биҫтәһендә, Шипилов урамы менән Сәтләүекле бульвар араһында урынлашҡан. Комиссия А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының һәм Мостай Кәрим исемендәге фондтың юлламаһын ҡараны. Мостай Кәрим фондында әйтеүҙәренсә, был – бик мөһим ваҡиға, айырыуса халыҡ шағирының тыуыуына һәм Башҡортостанға нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулған осорҙа. Мостай Кәримдең биографияһы Мәскәү менән тығыҙ бәйләнгән. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союзында эшләгәндә, ул оҙаҡ ваҡыт баш ҡалала йәшәй.
Мостай Кәрим урамында өс уҡыу йорто — 945-се һәм 871-се мәктәптәр, 1569-сы гимназияның өсөнсө уҡыу корпусы, шулай уҡ 214-се поликлиника, торлаҡ йорттар урынлашҡан. Алыҫ түгел Муса Йәлил урамы ла бар.