Иҡтисадты үҫтереү юлдары бар01.09.2017
Иҡтисадты үҫтереү юлдары бар Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар советы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Ултырыш барышында “Хеҙмәт етеште­реүсәнлеген һәм мәшғүллеккә ярҙамды арттырыу” өҫтөнлөклө программаһының паспорты, ошондай төбәк программаларын тормошҡа ашырған ил субъ­екттары исемлеге тикшерелде. Премьер-министр билдәләүенсә, тотош иҡтисадтың тотороҡлолоғо һәм конкурентлыҡ ҡеүәһе хеҙмәт етештереү­сәнлегенә бәйле. Рәсәй әлегә был күрһәткес буйынса алға киткән дәүләттәрҙән байтаҡҡа ҡалыша. 2015 йылда илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының башҡа илдәре менән сағыштырғанда ике тапҡырға түбәнерәк булған. Шул уҡ ваҡытта рәсәйҙәр уртаса алғанда 2 мең сәғәт самаһы, ә ойошма илдәре халҡы 1750 сәғәт эшләйҙәр.
— Беҙ көстө һәм ваҡытты күберәк түгәбеҙ, ә һөҙөмтәләр уртаса булып ҡала. Сәбәп ниҙә? Беренсенән, иҡтисадта конкурентлыҡ тейешле кимәлдә түгел, тимәк, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға этәргес аҙ, — тине Дмитрий Медведев. — Икенсенән, ҡайһы бер тармаҡтарҙа технологик йәһәттән артта ҡалабыҙ. Өсөнсөнән, компаниялар, ҡайһы саҡта төбәктәр, федераль власть органдары етәкселәренең заманса иҡтисад, заманса технологиялар, шул иҫәптән һанлы технологиялар шарттарында эшләү өсөн белем кимәле түбән.
Хөкүмәт Рәйесе инвестицияларҙың етмәүен, ҡануниәттәге теүәлһеҙлектәрҙе, административ кәртәләрҙең күплеген етештереүсәнлекте тотҡарлаған факторҙар иҫәбенә индерҙе. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тейешле проект төҙөлдө.


Вернуться назад