Яңы биҫтә ҡалҡа30.08.2017
Кисә Өфө буйлап эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Киров районындағы яңы төҙөлгән “Кузнецов затоны” биҫтәһендә булды.
Торлаҡ төҙөлөшө фондының генераль директоры Григорий Невоструев әйтеүенсә, биҫтәлә йәмғеһе 62 мең квадрат метрлыҡ 1 320 фатир төҙөү күҙаллана. Биләмәнең төп үҙенсәлеге – бында төрлө программалар, шул иҫәптән халыҡты авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү программаһы буйынса социаль торлаҡ ҡына төҙөлә. Фатирҙарҙы торлаҡ-төҙөлөш өсөн аҡса туплаусылар, йәш һәм күп балалы ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хеҙмәткәрҙәр, алданған “өлөшсөләр” һатып ала. Эске эштәре тулыһынса башҡарылған торлаҡтағы бер квадрат метрҙың хаҡы 37 200 һум.
Республика Башлығы фатирҙарҙы ҡарап сыҡты, башҡарылған эштең сифатына баһа бирҙе, төҙөүсе ойошма вәкилдәре менән биләмәне төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү, биҫтәне йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.