Мәҙәни ҡиммәттәр һағында30.08.2017
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 2018 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика Башлығы гранттарын тапшырыуға конкурс иғлан итте.
Гранттар музыка, театр, педагогия, хореография һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре һәм һөнәрселек, халыҡ ижады өлкәһендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү, шулай уҡ республиканың мәҙәни ҡеүәтен үҫтереү өсөн булдырылды.
Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә һәр береһе 90 мең һумлыҡ 25 грант, ижади коллективтарға иһә һәр береһе 270 мең һумлыҡ биш грант тапшырыласаҡ.
Заявка рәүеше менән Мәҙәниәт министрлығы сайтындағы “Гранттар” бүлегендә танышырға мөмкин. Конкурс материалдары 1 сентябрҙән 1 октябргә тиклем министрлыҡта (15-се бүлмә) ҡабул ителә һәм теркәлә.


Вернуться назад