Юлдың яртыһын үттек...30.08.2017
“Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 инвестиция проекты” акцияһын Сауҙа-сәнәғәт палатаһы былтыр октябрҙә үк башлағайны. Әле унда ҡатнашыусылар һаны 50-гә етте.
— Алдыбыҙға ҡуйған бурыстар 46 проектта сағылыш тапты. Юлдың яртыһын тиерлек үттек. Әле башҡарған эшебеҙ административ кәртәләрҙе кәметеү иҫәбенә компанияларға инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу йәһәтенән ярҙам күрһәтеүҙән ғибәрәт, — тине палата президенты Азат Фазлыев.
Уның әйтеүенсә, акцияла проект хаҡының кәмендә 20 проценты күләмендә финанс сығанағына эйә булған, кәмендә 50 процент залог индерә алған ойошмалар ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта был проект 2019 йылға тиклем тулыһынса тормошҡа ашырылырға тейеш. Сарала ҡатнашыу өсөн 100rb.ru сайтына ғариза биреү шарт. Объект иң элек тикшереү үтә.