Игенсенең көнө ҡыҙыу30.08.2017
Башҡортостандың һигеҙ районында ураҡ эштәренең яртыһы тамамланған. Ейәнсура эшсәндәре был йәһәттән әүҙемлек күрһәтә. Районда майҙандарҙың 54 процентында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 53 процентында һуғып алынған.

Уҙған ял көндәрендә республика хужалыҡтарында эш туҡтаманы. 147 мең гектар ерҙә (8%) иген сабып алынды, 156 мең гектарҙа (11%) һуғылды. Әле Башҡортостанда гектарынан уртаса уңыш 23,1 центнер тәшкил итә. Дөйөм алғанда, 1658 мең тонна иген һуғылған. Иң юғары уңыш — саҡмағоштарҙа. Бында гектарынан 38 центнер уңыш алалар.


Вернуться назад