14 көн бик аҙ!30.08.2017
Өфө хакимиәте вәкилдәре Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы эксперттары фекеренә ҡолаҡ һалды. Бүлексә ағзалары мөрәжәғәт иткәндән һуң, ҡала хакимиәте ихаталарҙы “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектының муниципаль программаһына индереүгә ғаризалар ҡабул итеү ваҡытын оҙайтты.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы Алина Сөләймәнова әйтеүенсә, өҫтөнлөклө проекттың тормошҡа ашырылыуын тикшереү барышында программаға индереү өсөн ихаталарҙы һайлап алыу буйынса ғариза биреүгә Өфө хакимиәте ни бары 14 эш көнө бүлеүе асыҡланған.
— Ғаризаны рәсмиләштереү өсөн халыҡ араһында аңлатыу эше үткәрергә, торлаҡ милекселәре йыйылышын ойошторорға, документтарҙы дөрөҫ тултырырға кәрәк. 14 көн эсендә был эштәрҙе башҡарыу мөмкин түгел. Шуға күрә беҙ ҡала хакимиәтенә ғариза ҡабул итеү ваҡытын арттырырға тәҡдим иттек, — тине ул. — Һөҙөмтәлә был срок 30 көнгә тиклем арттырылды.


Вернуться назад