Баҡсаға түләү күләме үҙгәрмәй29.08.2017
Балалар баҡсаһына түләү күләме әүәлгесә ҡала. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы йыл һайын мәктәпкәсә белем биреү программаһын тормошҡа ашырған дәүләт һәм муниципаль мәғариф ойошмаларында баланы ҡараған өсөн ата-әсәнән түләтелгән хаҡтың уртаса күләмен билдәләү тураһында бойороҡ сығара. 2017 йылда был хаҡ 1530 һум күләмендә билдәләнде.

Ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы һәм талаптарға яуап биреү маҡсатында Мәғариф министрлығының ошо бойороғо яңыртылып, Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында теркәлде һәм Интернет селтәрендәге хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылды.
Әйткәндәй, мәктәпкәсә учреждениела баланы ҡараған өсөн ата-әсәнән түләтелгән уртаса хаҡ быйыл ғинуарҙағыса, йәғни 1530 һум күләмендә ҡалды.


Вернуться назад