Уҡыусылар һаны артҡан29.08.2017
Уҡыусылар һаны артҡанБыйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда 465 мең бала (былтырғы менән сағыштырғанда 13,5 меңгә күберәк) парта артына ултыра. 52 мең бала беренсе класҡа уҡырға бара.
Уҡыу йылы башланыуға Өфөлә яңы мәктәптәр, Иҫке Собханғолда реконструкцияланған интернат, Ғафури һәм Тәтешле райондары үҙәктәрендә ике балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла. Йыл аҙағына тиклем баш ҡаланың Нуғай ауылында мәктәп һәм биш балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк.
2017 йылда 308 белем усағы капиталь ремонтҡа 456,39 миллион һум аҡса алды, шуларҙың республика ҡаҙнаһынан бүленгән 200 миллион һумы икенсе сменала уҡыуҙы бөтөрөү йәһәтенән өҫтәмә урындар булдырыу өсөн тәғәйенләнә. Быйыл финанслау 2016 йыл менән сағыштырғанда 50,5 миллион һумға арттырылған. Ағымдағы ремонтҡа 70 миллион һум самаһы тотонолған. Был сараларҙың барыһы ла беренсе сменала уҡыусылар һанын 90 процентҡа тиклем арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Былтырғы уҡыу йылында мәктәптәр өсөн 108 автобус һатып алынған. Әле тағы ла 57 автобус алыу күҙаллана. Республикала 2557 ауылдан 872 дөйөм белем биреү ойошмаһына балаларҙы 1319 автобус ташый.
Р. ИБРАҺИМОВ.


Вернуться назад