Ялған алкоголь өсөн — хөкөм29.08.2017
Илебеҙҙә ялған алкоголь өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде. Енәйәт һәм енәйәт-процессуаль кодекстарға индерелгән төҙәтмәләр этил спиртының, алкоголле һәм спиртлы продукцияның законһыҙ әйләнеше өсөн хөкөмгә тарттырыуға ҡағыла. Был үҙгәрештәр 26 августан ғәмәлгә индерелде.
Бер үк ваҡытта ошондай эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе иҫкәртеүҙән һуң да туҡтатмаған, шулай уҡ ялған акциз маркалар, махсус федераль маркалар етештергән һәм файҙаланған өсөн дә яуаплылыҡ көсәйтелде.


Вернуться назад