Август аҙағында Рәсәйҙән 30-ға яҡын уҡытыусы Тажикстанға эшкә юллана. Улар араһында Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Кемерово һәм Кострома өлкәләре вәкилдәре бар.Тажикстан уларҙы торлаҡ, ил буйынса уртаса эш хаҡы — 14 мең һум — менән тәьмин итәсәк. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үҙ сиратында уларға 60 мең һумды өҫтәп түләйәсәк. Медицина страховкаһын да ул тәьмин итә. Һөҙөмтәлә уҡытыусыларҙың эш хаҡы 74 мең һум буласаҡ.
Рәсәй уҡытыусылары рус телендә уҡытыу алып барылған мәктәптәрҙә эшләйәсәк. Уларға шулай уҡ 70 меңгә яҡын дәреслек данаһы тапшырыла.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Игорь Шувалов февраль айында уҡ, ике ил президенттарының һөйләшеүенән һуң, Рәсәйҙең Тажикстанда 20 дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөргә ниәтләүе хаҡында белдергәйне.