Башҡорт телен өйрәнергә теләһәң...29.08.2017
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты белгестәре лекция-уйын форматында башҡорт телен үҙләштерергә теләгәндәр өсөн электрон майҙансыҡ асты. Егерме дәрестән торған телде өйрәнеүҙең төп кимәле лексик темалар буйынса бүленгән. Дәрес төрлө күнекмәләрҙән тора.
Ошо темаға арналған кәңәшмәлә ресурстың даирәһен киңәйтеү, дистанцион материалдарҙы ғәмәлгә индереү мәсьәләһе күтәрелде. Электрон ресурсты башҡорт теле уҡытыусылары ла хуплап сыҡты. Улар башҡорт телен ситтән тороп уҡытыуҙың Халыҡ-ара системаһын тулыландырыу, электрон майҙансыҡты мәктәптә белем биреү барышында файҙаланыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерҙе.