Өйҙә тәртип булмаһа...29.08.2017
Быйыл да көслө генә команда туплай алдыҡ тип ышанғайныҡ. Ләкин “Салауат Юлаев”тың үҙ туҡһаны туҡһан. Көйәрмәндең түҙемлеген һынауын дауам итә хоккейсыларыбыҙ.
Миҙгел асылғас, икенсе уйынға Хабаровскиҙан уртаса ғына “Амур” килгәйне. Һәр ваҡыттағыса, беҙҙекеләр осрашыуҙы илке-һалҡы башланы. Беренсе осорҙо “йоҡлап” үткәрҙеләр. Ә ҡунаҡтар ике шайба индереп өлгөрҙө.
Йә, икенсе осорҙа тиҙерәк ҡыбырларҙар, үҙ боҙобоҙҙа уйнайҙар бит... Денис Куляш менән Денис Кокарев арҡаһында иҫәпте ҡыҫҡартһаҡ та, икенсе хәл иткес тәнәфескә барыбер артта ҡалыбыраҡ киттек – 2:3.
Өсөнсө осорҙоң тәүге яртыһы таған атыныуҙы хәтерләтте: Йонас Кемппайнен иҫәпте тигеҙләне, күп тә тормай Алыҫ Көнсығыш хоккейсылары йәнә алға сыҡты, артынса беҙҙең Филип Ларсен чемпионаттағы икенсе голын индереп ҡуйҙы. Ә инде бына-бына уйын тамамлана, овертайм була тигәндә, юлаевсылар бер-бер артлы ике штраф алыу осрағына тарыны... Һөҙөмтәлә бишәүгә өсәүләп ҡаршы тора алманылар – еңелеп ҡуйҙылар (4:5).


Вернуться назад