Хөрмәтең артыр25.08.2017
Хөрмәтең артырЭрнст ЮЛБАРИСОВ, техник фәндәр докторы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған нефтсеһе:
– Илебеҙҙә 150-гә яҡын милләт рус телендә аралашҡас, беҙгә ул телде белеү мотлаҡ. Нисек инде Рәсәй һынлы бөйөк Рәсәйҙә йәшәп, уның телен белмәйһең?! Шул уҡ ваҡытта башҡорт теленең сафлығы һәм киләсәге өсөн Башҡортостанда хәстәрлек күрелә икән, был бик мәслихәт. Республикабыҙҙа ғүмер итеп тә, ошо телде өйрәнмәү Башҡортостандың тарихын, халыҡтың үткәнен, ғөрөф-ғәҙәтен белмәүгә тиң түгелме?! Күптән түгел абруйлы бер ғалим менән әңгәмәләшкәндә ошо хаҡта ла етди һөйләшеү булды. Иң мөһиме – бер-беребеҙҙе тулыһынса аңланыҡ, фекерҙәрҙең тура килеүенә икебеҙ ҙә шатландыҡ.
Әле илдәрҙең сиге юйылыуға табан бара, сәйәси һәм иҡтисади яҡтан ҡарағанда ла. Минеңсә, киреһенсә, ул нығытылырға тейеш. Әйткәндәй, яҡшы белгестәр өсөн бер ниндәй ҙә сик һәм сикләү төшөнсәләре юҡ. Ҡайһылыр юғары уҡыу йортон тамамлап, кәрәкле һөнәргә эйә булдың икән, бар донъяның ишектәре шар асыҡ. Урында һиҙелмәйҙер ул, ә бына сит илгә сыҡҡанда, унда йәшәгәндә башҡа телдәр менән бер рәттән башҡортса ла белһәң, ул хаҡта бүтәндәр ҙә белһә, хөрмәтең артыр ғына.

Эльмира ХӘЙБУЛЛИНА, Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейының методик бүлеге мөдире:

– Кемгә нисектер һәм кем нимә генә тип сурытмаһын, минеңсә, туған телде белеү зарур. Тәрәндән уйлап ҡараһаң, уның аша телең асылған. “Әсәй”, “әпәй” тип әйткән телде хөрмәт итергә, уға дан йырларға кәрәк.
Беҙ ҡалала ғүмер итһәк тә, ә ҙур мегаполистың төрлө яҡлап йоғонтоһо бик көслө, ғаиләлә иһә тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Бынан бер нисә йыл элек балалар (улар бәләкәй ине әле) менән беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды.
– Әсәй, ни өсөн өйҙә русса һөйләшмәйбеҙ ул? – тимәһенме берҙән-бер көндө улым менән ҡыҙым.
– Һәр бала атаһының һәм әсәһенең туған телендә аралашырға тейеш, – тип матур итеп аңлатып бирҙек.
Ошонан һуң беҙҙә бүтәнсә был темаға һорау булманы. Эйе, ғаиләлә рәхәтләнеп туған телебеҙҙә аралашабыҙ, шул уҡ ваҡытта улар рус телен өйрәнә һәм яҡшы белә.
Әле төп проблема сит телдәрҙе өйрәнеү түгел, ә туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуға ҡайтып ҡала. Бына быныһы инде бигерәк тә мөһим.
Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.


Вернуться назад