Баҡсаға сират кәмей25.08.2017
Әле Дәүләкән ҡалаһында 800-гә яҡын бала баҡсаға юллама алыуға сиратта тора. Был мәсьәлә яңы мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары төҙөү иҫәбенә хәл ителә.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Шәйҙуллин әйтеүенсә, сентябрҙә Дәүләкәндә өр-яңы балалар баҡсаһы сафҡа индерелә. Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы, уны төҙөүгә 85 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.
— Социаль объект файҙаланыуға тапшырылыу менән 260 бала баҡсала урындар менән тәьмин ителәсәк, — тине район башлығы урынбаҫары.
Муниципалитет хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, ҡалала мәктәпкәсә учреждениеларҙағы урындарға ҡытлыҡ көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Шуға күрә Дәүләкәндә тағы ла ике балалар баҡсаһы төҙөргә ҡарар ителгән.