Ҡарама йәшенә...25.08.2017
Ҡарама йәшенә...Башҡортостандан Мария Кәримова — “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” конкурсында иң йәш педагог. Илдең мәғариф министры Ольга Васильева уҡытыусылар оҫталығы бәйгеһен ойоштороу комитеты ултырышында ошо турала белдерҙе.

— Быйыл конкурсты 28-се тапҡыр үткәрҙек. Унда бөтә төбәктәр ҙә ҡатнашты. Иң йәш уҡытыусыға — 23 йәш, Башҡортостандан килгән педагогтың стажы ике йыл. Иң тәжрибәле ҡатнашыусыға — 59 йәш, Приморье крайы уҡытыусыһының педагогик стажы 37 йылдан ашыу, — тине Ольга Васильева.
Министр әйтеүенсә, быйыл федераль финалда махсус белем алыуға ихтыяжы булған балалар менән эшләгән уҡытыусылар өсөн өр-яңы номинация булдырыла.
Мария Кәримова Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында инглиз телен уҡыта. “Башҡортостандың баш ҡалаһында йыл уҡытыусыһы-2017” конкурсында ул еңеүсе булды. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Мария уҡыусылары менән үҙ-ара аңлашып, татыу эшләй.


Вернуться назад