Көндәр эҫе тороу сәбәпле, яҡын арала Рәсәйҙең 65 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла урмандарҙа янғын хәүефе юғары. Әле Бөрө, Дүртөйлө, Йылайыр, Туймазы һәм Өфө урмансылығы фондтарында юғары, Стәрлетамаҡ урмансылығында иһә үтә юғары янғын хәүефе билдәләнгән. 14—21 августа Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Төбәк диспетчер хеҙмәте, муниципаль райондарҙағы берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәттәре һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәге 15 термонөктәне тикшерҙе.
Тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғыу, кипкән үләнде, сүп-сарҙы үртәү һөҙөмтәһендә урманда янғын сыға. Быйыл 28 шундай осраҡтың 24-е халыҡтың һаҡһыҙлығы арҡаһында булған. Урмандарҙа һәм уларҙың эргәһендәге биләмәләрҙә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ, шулай уҡ енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала. Тәртип боҙоусыларҙың дүрт йылға иркенән мәхрүм ителеүе лә ихтимал.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефе була ҡалһа кисекмәҫтән министрлыҡ ҡарамағындағы Төбәк диспетчер хеҙмәтенә (8-347-218-14-14 — тәүлек әйләнәһенә) һәм Урман һағына (8-800-100-94-00) шылтыратыуҙы һорай.