Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы “Мәктәптә аҡса йыйыу: законһыҙ талаптар йәки мәжбүри сара” тигән “ҡыҙыу элемтә” асылыу хаҡында хәбәр итте. Был сара мәктәп ихтыяждарына ата-әсәнән аҡса йыйыу тураһындағы мәғлүмәттәрҙең артыуына бәйле. Шул уҡ ваҡытта “Мәғариф тураһында”ғы федераль закон һәр кешегә түләүһеҙ белем алыу хоҡуғын гарантиялай. Мәҫәлән, күптән түгел генә Ҡалмыҡстанда йәшәгән ҡатын балаһы уҡыған мәктәптә ата-әсәләрҙән класҡа парта һатып алырға үтенеүҙәре хаҡында һөйләне. Өҫтәүенә ремонтҡа ла, һаҡ хеҙмәтенә лә, дәреслектәргә лә, уҡытыусылар өсөн бүләктәргә лә, компьютерҙар, башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алыуға ла аҡса йыялар.
“Ҡыҙыу элемтә”нең инициаторы, Йәмәғәт палатаһының Мәғарифты һәм фәнде үҫтереү комиссияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Людмила Дудованың фекеренсә, элемтә ошо өлкәләге проблемаларҙы асыҡлап, системалаштырырға, мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлек дәрәжәһен баһаларға мөмкинлек бирәсәк. Бөтә мөрәжәғәттәр ҡараласаҡ һәм тейешле күҙәтеү органдарына ебәреләсәк.
“Ҡыҙыу элемтә” телефоны: 8-800-737-77-66. Рәсәй төбәктәренән шылтыратыу бушлай. Эш ваҡыты: дүшәмбе — кесе йома иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 18-гә тиклем, йома — иртәнге 9-ҙан 16 сәғәт 45 минутҡа тиклем (Мәскәү ваҡыты буйынса).