Өфөлә — һөт байрамы23.08.2017
26 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәйҙәге иң ҙур һөт байрамы — VII “Һөт иле” фестивале уҙғарыла.
Ойоштороусылар бик бай мәҙәни-күңел асыу программаһы әҙерләгән. Байрамға килеүселәр өсөн 20-нән ашыу майҙансыҡ эшләйәсәк. Быйыл тәүге тапҡыр Һөт иле маршруттары буйынса “Иң ҙур квест” ойошторола. Шулай уҡ Башҡортостандың гастрономия картаһы менән таныштырыу күҙаллана.
Былтыр фестиваль 40 мең самаһы кешене йыйҙы. Унда 10 тонна һөт эселде.