Ауылдарға юл һалына23.08.2017
Ауылдарға юл һалынаРеспубликала “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль программаһына ярашлы дүрт ауылға юл һалына. Һалҡындар башланыуға Балтас районының Күҙәй, Бүздәктең Ҡартамаҡ, Борай районының Силасау, Мостафа ауылдары халҡы өр-яңы юлдан йөрөй башлаясаҡ.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле объекттарҙа ер рекультивациялана, газ үткәргестәр һәм элемтә сымдары күсерелә, һыу үткәргес торбалар һалына һәм ҡырсынташ түшәлә. Юл хужалығы идаралығы белгестәре аҙна һайын төҙөлөш сифатын баһалай.
Программа тормошҡа ашырыла башлаған мәлдән алып Башҡортостанда 52 ауылға юл һалынған. Ошо маҡсатҡа 2 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән, шуның яртыһы федераль ҡаҙнанан бүленгән.


Вернуться назад