Бына, исмаһам, бүләк!23.08.2017
Приморье крайы башҡорттары туған телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса курстар ойоштороуға грант алды.
Владивосток башҡорттары, “Рәсәй шишмәләре” конкурсында ҡатнашып, ошондай бүләккә лайыҡ булды. Аҡса башҡорттарҙың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә генә түгел, башҡорт теле дәрестәрен үткәреүгә лә тотоноласаҡ. Шулай уҡ милли уйын ҡоралдарында — ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеү ойоштороласаҡ.
Әйткәндәй, Приморье башҡорттары ҡоролтайы башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һала. Быйыл ойошма 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне, төбәк һабантуйын үткәрҙе. Бында шулай уҡ милли сәхнә кейемдәренә заказ да биргәндәр. Тиҙҙән Владивостокта йәкшәмбе башҡорт мәктәбен асырға ниәтләйҙәр.



Вернуться назад