Парижды ла алдыҡ беҙ...22.08.2017
Өфөлә “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктары” республика фестивале үтте. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика Хәрби дан музейы һәм Өфө пехота полкы ойошторҙо.

Фестиваль “Өфө пехота полкы” хәрби-тарихи реконструкцияһы клубының сығышы менән асылды. Оҫталар ҡурай һәм башҡа милли музыка ҡоралдары эшләү йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар туҡырға, биҙәүестәр, ҡурсаҡ һәм туҡыманан сәскә яһарға, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәнде.
Был көндө “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктары” күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға танылған рәссамдарҙың картиналары, Башҡортостандың Милли архивынан документтар, башҡорт полктарының хәрби-тарихи кейеме, һуғыш кәрәк-ярағы, башҡорт тирмәһе инде.
Быйыл Рәсәй ғәскәрҙәренең Наполеон армияһын еңеүенә 205 йыл тула. Ә 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлылары ла ҡатнашҡан.


Вернуться назад