Хаҡлы ялда ял ит!22.08.2017
4 сентябрҙән Башҡортостанда “Социаль туризмды үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы сертификаттар тапшырыла башлай. Республикабыҙҙағы пенсионерҙар һәм инвалидтар туристик юллама хаҡының бер өлөшөн ҡаплауға иҫәп тота ала.
Сертификаттар Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең урындағы филиалдарында бирелә. Быйыл Башҡортостанда 800 кешене туристик юллама менән тәьмин итеү күҙаллана. Программала ҡатнашыуға дәғүә иткән пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн социаль тур маршрутының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөйөм хаҡтың һигеҙ мең һумы ҡаҙна иҫәбенә түләнә. Коляскалағы инвалидтар, инвалид балалар һәм күреү һәләте буйынса I төркөм инвалидтары өсөн, шулай уҡ уларҙы оҙатып барған кешеләрҙең юлламаһы хаҡының бер өлөшөн субсидиялау 12 мең һум тәшкил итә.