Асҡарға концертҡа килегеҙ!22.08.2017
Сентябрҙә башланасаҡ яңы концерт миҙгеленә Башҡортостандың район, ҡалаларында яңыртылған мәҙәниәт йорттары ишектәрен асасаҡ. Әле “Урындағы мәҙәниәт йорто” Бөтә Рәсәй проектының һуңғы этабы башланды.
Июлдә федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға тейешле йыһаз һатып алынды. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Асҡар ауылында мәҙәни-ял үҙәге яңыртыла. Тауыш яҙҙырыу студияһы, заманса яҡтыртҡыс һәм тауыш ҡорамалдары, сәхнә өсөн кейем-һалым һатып алынған. Директоры Элиза Ҡунафина әйтеүенсә, үҙәкте 14 сентябрҙә асыу күҙаллана.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы проекты ауыл клубтарының һәм мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын үҫтереүгә һәм яңыртыуға йүнәлтелә. Унда Башҡортостандан 32 объект ҡатнаша. Һәр мәҙәниәт йортона бер миллион һум самаһы аҡса бүленгән.


Вернуться назад