Тип, йөрәгем, туҡтама22.08.2017
Республика кардиология үҙәге хирургтары йөрәккә уникаль операция яһаны. 54 йәшлек пациентҡа үҙ тәне туҡымаларынан яһалған яңы аорта клапаны ҡуйылды.
“Озаки опера­цияһы”н Япония докторы Шигеюки Озаки уйлап тапҡан. Уның асылы — кешенең сафтан сыҡҡан аорта клапанын биологик клапанға алмаштырыу. Йөрәк туҡыма­ларынан яңы клапанды хирургтар операция барышында яһай.
Озаки алымын ғәмәлгә индереү пациент организмына операция ярҙа­мын­да йоғонто яһауҙы кәметеү, дауалауҙы һәм реабили­тациялауҙы арзанайтыу мөмкин­леген бирәсәк. Әле Рәсәйҙә бындай юғары технологияны бер нисә ҙур федераль үҙәктә генә ҡулланалар.


Вернуться назад