Сентябрҙә — баҡсаға22.08.2017
Учалы районының Учалы ауылында 139 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.

— Әле объект 90 процентҡа әҙер. Генераль подрядсы эште ваҡытында башҡарып өлгөрмәгәнгә күрә, төҙөлөштө сентябрҙә генә тамамларға мәжбүрбеҙ, — ти район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев. — Баҡса сафҡа инеү менән мәктәпкәсә учреждениеларҙа урындарға ҡытлыҡ мәсьәләһе хәл ителәсәк.
Уның әйтеүенсә, әле Учалы ауылында һигеҙ мең самаһы кеше йәшәй, ә балалар баҡсаһы берәү генә. Шуға күрә яңы объект төҙөлөшө тамамланғанын күптәр түҙемһеҙлек менән көтә.
Әйткәндәй, республика буйынса сентябргә 800 урынлыҡ биш мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы, 1725 урынлыҡ өс дөйөм белем биреү мәктәбе файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ Өфөлә реконструкциянан һуң “Өфө” футбол клубы нигеҙендәге күнекмә майҙансыҡтары, Тәтешле районының Тәтешле ауылында мәҙәниәт йорто асыласаҡ.


Вернуться назад