Келәм “арыҫланы”22.08.2017
Келәм “арыҫланы”Башҡортостандың иң көслө көрәшселәренең береһе, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы Рөстәм Арыҫланов Американың Лос-Анджелес ҡалаһында үткән ХVII Бөтә донъя полицейскийҙар һәм янғын һүндереүселәр уйындарында ике алтын миҙал яуланы.

Спортсы 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһаны. Дзюдо буйынса ярышта ул бер нисә минут эсендә алты тапҡыр алышҡа сыҡты. Дәғүәселәренең һәр береһенә икешәр минут самаһы ваҡыт сарыф итеп, береһенә лә бил бирмәне. Икенсе “алтын”ды Рөстәм Арыҫланов грепплингта яуланы. Был спорт төрө бөтә көрәш дисциплиналарын берләштерә.
Бөтә донъя полицейскийҙар һәм янғын һүндереүселәр уйындары 1985 йылдан алып ике йылға бер тапҡыр ойошторола. Был юлы “полиция олимпиадаһы”нда етмеш илдән ошо һөнәрҙең иң көслө вәкилдәре ҡатнашты. Чемпионлыҡ өсөн 65 йүнәлештә көс һынаштылар.
Әйткәндәй, Рөстәм Арыҫланов был ярыштарҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. 2015 йылда Вашингтонда уҙғарылған Бөтә донъя уйындарында Өфө көрәшсеһенә шулай уҡ тиңдәр булманы.
Рөстәм Арыҫланов спорт юлын Өфөнөң Дим районындағы 29-сы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (әлеге “Батыр” мәктәбе) башлай. Бөгөн ул — Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Күп йылдар дауамында самбо, билбаулы милли көрәш, дзюдо буйынса уңышлы сығыш яһай. Яҡташыбыҙҙы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Вернуться назад