Гүзәл заттарҙы тәбрикләнеләр18.08.2017
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов гүзәл заттарға “Әсәлек даны” миҙалын һәм аҡсалата пособие тапшырҙы. Яңы уҡыу йылы алдынан күп балалы 45 әсә дәүләт наградалары алды.
— Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙгә ҡараһаң, илебеҙ демографик көрсөк кисерә тип әйтмәҫһең дә, — тине Салауат Сәғитов. — Һәр берегеҙ бишәр һәм унан да күберәк бала тәрбиәләй. Шул уҡ ваҡытта бөгөн тәүге балаһын тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше 27 тип билдәләнә. Ә һеҙҙең һәр берегеҙ ул йәштә берәр, икешәр бала тәрбиәләгән. Шуға күрә бөгөн республика Хөкүмәте төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса йәш ғаиләләргә, шулай уҡ күп балалыларға дәүләт ярҙамының өҫтәмә сараларын ғәмәлгә индереү йәһәтенән эш алып бара.
Республикабыҙҙа әсәләрҙе тәбрикләү тантаналары 1998 йылдан уҙғарыла. Сәләмәт тормош алып барған, намыҫлы, хәстәрлекле, яуаплы күп балалы әсәләр “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Бөгөн ошо дәүләт наградаһына Башҡортостанда 7400-ҙән ашыу гүзәл зат эйә.


Вернуться назад