Ут кәрәк, янғын – юҡ!18.08.2017
Кисә Республика йортонда торлаҡта янғын сығыуҙы иҫкәртеү буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһының ултырышы үтте. Уны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев алып барҙы.
Һуңғы биш йылда республикала 90 бала янғында һәләк булған. Шуларҙың яртыһынан ашыуы ауыл еренә тура килә. “Улар – нигеҙҙә, ололарҙың вайымһыҙлығы ҡорбаны. Туғандарын янғындан ҡотҡарған балалар йыш осрай, ләкин ғаиләһе һәм кескәй балалары ут-төтөндән тонсоғоп үлеүҙә туранан-тура ғәйепле булған ололар тағы ла күберәк”, – тине Марат Шәриф улы.
Был һәләкәтте иҫкәртеү буйынса республикала ниндәй саралар күрелә? Уларҙың ошо афәтте кәметеүгә йоғонтоһо бармы? Бөрө районындағы һәм башҡа төбәктәрҙәге быйылғы утлы фажиғәләрҙе иҫәпкә алып, ниндәй өҫтәмә саралар талап ителә? Был турала гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.