Етемдәр торлаҡһыҙ ҡалмай18.08.2017
Яңауыл ҡалаһында туғыҙ етем бала Якутов урамындағы өр-яңы күп фатирлы йорттан торлаҡ аласаҡ. Йорт август айында файҙаланыуға тапшырыла.
Яңауыл районы хакимиәтенең бүлек етәксеһе Ирина Тажетдинова әйтеүенсә, көҙ Яңауылда дөйөм майҙаны алты мең квадрат метр тәшкил иткән күп фатирлы өс йорт сафҡа индерелә. Объекттарҙың иң ҙуры — “Көньяҡ” биҫтәһендәге 94 фатирлыҡ дүрт ҡатлы йорт.
Бындай йорттарҙа торлаҡ майҙандың 1 квадрат метрының хаҡы — 30—32 мең һум. Фатирҙарҙың эсендә биҙәү эштәре тулыһынса башҡарылған. Әйткәндәй, районда йыл һайын “эконом класлы” дүрт йорт файҙаланыуға тапшырыла.
— Һуңғы биш йылда төҙөлөш йылдамлығы кәмемәй. Быйыл ғына районда 10 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ сафҡа индереләсәк, — тине Ирина Тажетдинова.


Вернуться назад